Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентябрь 2021, 14:15

Мөнәсәбәттәр асыҡланды

Билдәле йырсы Гөлназ Асаева Инстаграмдағы дуҫтарына ни өсөн Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) менән түгел икәнен хәбәр итте.

Мөнәсәбәттәр асыҡланды
Мөнәсәбәттәр асыҡланды

Йырсының социаль сәхифәһенә яҙылған дуҫтарының береһе унан ни өсөн Радик Юлъяҡшинға кейәүгә сыҡмауын һораны. Элвин Грейға сыҡҡан осраҡта, бай булыр инең, тип тә өҫтәп ҡуйҙы.

  • Мин, фәҡирлектә йәшәмәйем, – тип ҡырт киҫте Гөлназ.

Алдараҡ “йондоҙ” «Ishkinin VS» проектына ла Юлъяҡшин менән булған мөнәсәбәттәре хаҡында интервью биргәйне. Ул Радик менән 12 йәшендә концертта танышҡанын хәбәр итте. Ошо йылдар буйы улар тик дуҫ булыуҙарын һәм бер тапҡыр ҙа осрашмауҙарын әйтте.

Фото: Т. Аманов

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: