Әйткәндәй, Сергей Белкин тауҙың иң бейек нөктәһендә булып та өлгөргән.
- Непал. Манаслу тауы яуланды. Тауҙың бейеклеге – 8163 метр. Ул бейеклеге буйынса донъяла һигеҙенселәр иҫәбендәге – һигеҙ мең метрлыҡ юғарылыҡтағы тау. Күтәрелеү еңелдән булмаһа ла, үҙеңдә ихтыяр көсө табып, бейеклекте яулау – әйтеп бөткөһөҙ тойғо, – ти ул.
Башҡортостан буйынса Сергей – һигеҙ мең метрлыҡ үрҙе яулаусы тәүге альпинист.
Манаслула хәүефле, бында күтәреүселәр араһында үлем осраҡтары 17 процент тәшкил итә. Унда йыш ҡына боҙ шыуа, ярыла.
Ике аяғын да Омскийҙағы фажиғәлә юғалтҡан Рөстәм Нәбиев быға тиклем Эльбрусҡа күтәрелеп, барыһын да аптыратты. Хәҙер иһә блогер Манаслуны яулауҙы маҡсат итеп ҡуйған.
- Был – мин үтергә тейеш юлдарҙың иң ауыры. Үрҙе яулауым ҡулдарҙы бер ҡасан да төшөрөргә ярамауы хаҡында миллионлаған кеше өсөн символ булыр, алға хәрәкт иткәндә генә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Үрҙәргә үҙем өсөн гөнә түгел, ә барығыҙ өсөн дә күтәреләм, – тип яҙа Рөстәм.
- Фото: Т. Аманов