Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентябрь 2021, 12:46

«Башҡорт теле — башҡорт иле»

Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округының Ейәнсура ауылында башҡорт йәкшәмбе мәктәбе эш башлай.

«Башҡорт теле — башҡорт иле»«Башҡорт теле — башҡорт иле»
«Башҡорт теле — башҡорт иле»

Был мәктәп Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырылған «Башҡорт теле — башҡорт иле» проекты ярҙамында асылды. Ошо айҡанлы бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында тантаналы сара үтте.

Ейәнсура ауылында асылған башҡорт йәкшәмбе мәктәбе был төбәктә һигеҙенсе мәктәп, тип иҫәпләнә. Республика Хөкүмәте мәктәпкә ноутбук, кабинетты тематик биҙәү өсөн материалдар, уҡыу әсбаптары менән тәьмин итәсәк һәм уҡытыусының хеҙмәт хаҡына өҫтәмә түләү булдырасаҡ. Йыл башынан алып ошондай белем усаҡтары Пермь крайы, Силәбе, Свердлов өлкәләре һәм Ханты-Мансы автономиялы округында асылды. 

— Был мәктәп Башҡортостан халыҡтарының телдәрен һәм мәҙәниәтен һаҡлау йүнәлтелгән грант ярҙамында асылды. Аҙнаһына бер тапҡыр башҡорт теле дәресе үткәреләсәк. Бынан тыш, уҡыусылар халҡыбыҙҙың мәҙәниәте һәм әҙәбиәте менән яҡындан танышасаҡ. Проект барышында балалар өсөн төрлө оҫталыҡ дәресе, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәреләсәк. Был проект республикабыҙҙан ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙға телебеҙҙе, илебеҙҙе онотмаҫҡа булышлыҡ итер, тип ышанам, — тип белдерә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Илнур Сәлихов.

Фото: Рәшит Кәлимуллин

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас