Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентябрь 2021, 16:13

Әҙипте ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Үрге Ҡыйғы ауылында шағир, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы Радик Закирйән улы Хәкимйәновтың 80 йәшлек юбилейына арналған ижади кисә үтте. Әҙипте Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко һәм башҡалар ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ!

Әҙипте ҡотлайбыҙ!Әҙипте ҡотлайбыҙ!
Әҙипте ҡотлайбыҙ!

Ҡыйғы районының почетлы гражданы шағир Радик Хәкимйән 1941 йылдың 25 авгусында Башҡортостандың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуып үҫкән. Урта мәктәпте тамамлағас, Совет Армияһы сафтарында Байконурҙа хеҙмәт итә. Армиянан һуң Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, оҙаҡ йылдар яуаплы вазифаларҙа эшләй. Радик Хәкимйән - ун шиғыр китабы авторы, йөҙҙәрсә шиғырына Башҡортостан һәм Татарстан композиторҙары көйҙәр яҙған. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Әҙипте ҡотлайбыҙ!
Әҙипте ҡотлайбыҙ!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас