Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентябрь 2021, 09:27

Өфө ҡалаһы Советының тәүге ултырышы үтте

Был - бишенсе саҡырылыш. Уның депутаттары яңыраҡ һайланды.

Өфө ҡалаһы Советының тәүге ултырышы үттеӨфө ҡалаһы Советының тәүге ултырышы үтте
Өфө ҡалаһы Советының тәүге ултырышы үтте

Был саҡырылыш 36 депутаттан тора. Уға дүрт партия вәкилдәре инә: "Берҙәм Рәсәй", КПРФ, ЛДПР, "Йәшелдәр" һәм өс үҙ-үҙен күрһәтеүсе бар.

Өфө ҡалаһы Советы рәйесе итеп Марат Вәсимов һайланды. Ул сығышы менән Балтас районынан. Ҡала Советының дүрт саҡырылышы депутаты булған. "СЗ ИСК г. Уфы" йәмғиәтенең генераль директоры.

Ултырышта БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм БР Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Александр Сидякин да ҡатнашты.

Биш йылға һайланған Совет депутаттары алдында мөһим бурыс та тора: 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығы федераль кимәлдә билдәләнәсәк, уға лайыҡлы әҙерләнеү мөһим.

Әйткәндәй, яңыртылған Советтың тәүге ултырышында даими комиссиялар рәйестәре лә һайланды. Яңы комиссия ла булдырылды. Ул - Уңайлы ҡала мөхитен һәм йәмәғәт биләмәләрен үҫтереү буйынса. Был комиссияны Валерий Гагин етәкләй.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.

 

Өфө ҡалаһы Советының тәүге ултырышы үтте
Өфө ҡалаһы Советының тәүге ултырышы үтте
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас