Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентябрь 2021, 15:16

"Өфө ҡала Советының яңы саҡырылышы сауҙагәрлек клубы түгел..."

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы Аппараты етәксеһе Шамил Вәлиевтың фекере.

"Өфө ҡала Советының яңы саҡырылышы сауҙагәрлек клубы түгел...""Өфө ҡала Советының яңы саҡырылышы сауҙагәрлек клубы түгел..."
"Өфө ҡала Советының яңы саҡырылышы сауҙагәрлек клубы түгел..."

"Новый созыв городского совета Уфы в чем-то переломный, он уже не прежний клуб уфимского купечества, и не состоит полностью из застройщиков, представителей этой очень важной и мирной профессии. И поэтому есть надежда, что будут соблюдаться не только цеховые интересы элитных и полуэлитных групп наших уважаемых сограждан, но и интересы уфимцев. Они же просты: Уфа должна остаться зеленой, историческое наследие — сохраняться и радовать глаз", - тине Шамил Вәлиев.

Уның фекеренсә, ҡала Советы йәшәргән. Унда халыҡҡа ҡала геройы булараҡ таныш кешеләр ҙә бар: Валериан Гагин, Ирина Сухарева, Александр Мельников... Уларға ҙур өмөттәр бағлана.

"АЯКС Фонды" юридик компанияһының генераль директоры, Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Полина Вишневская ла үҙ фекерен белдереп, былай тине: "Советта сағыштырмаса йәштәр күп. Унда хәҙер төҙөлөштө ойоштороусылар ғына түгел, ә төрлө йәмәғәтселек вәкилдәре бар. Яңы состав ҡалабыҙ үҫешенә тос өлөш индерер, тип ышанғы килә".

Фото: vk.com

 

"Өфө ҡала Советының яңы саҡырылышы сауҙагәрлек клубы түгел..."
"Өфө ҡала Советының яңы саҡырылышы сауҙагәрлек клубы түгел..."
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас