Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентябрь 2021, 14:40

Үҙе биргән, үҙе алған...

 “Ҡара эш”тәр  эш урынында башҡарылған.

Үҙе биргән, үҙе алған...
Үҙе биргән, үҙе алған...

Туймазы районындағы суд приставтары бүлегенең элекке етәксеһе үҙенең хеҙмәткәрҙәренән ришүәт алыу менән шөғөлләнгән. Ул 2020 йылда премиялар иҫәбенән 11 хеҙмәткәргә 5 мең һум аҡсаны уға кире биреүҙәрен һораған. Быға яуап итеп етәксе уларҙы гел үҙ ҡанаты аҫтында, ел-ямғыр тейҙермәй, һаҡлап йөрөтәсәге хаҡында белдергән. Хеҙмәткәрҙәр етәксегә ҡаршы әйтергә ҡурҡып, 55 мең һум аҡса йыйып биргән.

Сираттағы ришүәтте алған мәлдә уны полиция тота. Ул ришүәт һәм көсләп ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Тик бына ҡатын үҙенең ғәйепле булмауын дәлилләй.  

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: