

Бишбүлктә 80 йәшлек әбей аш-һыу бүлмәһендә ашарға бешергәндә бәләгә тарый. Ул газ плитәһен ҡабыҙғанда ҡазалана. Оло йәштәге инәй тәүҙә алғы конфорканы тоҡандыра һәм артта торған кәстрүлде алырға ынтыла. Шул ваҡытта уның кейеменә ут ҡаба, ире ярҙамға килеп, икәүләшеп утты һүндерәләр.
Тән йәрәхттәре алған инәйҙе район дауаханаһына оҙаталар, аҙаҡ Өфөләге тән бешеүен дауалау үҙәгенә алып баралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әбей алған йәрәхәттәренән йән бирә.
Фото: Т. Аманов