Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Сентябрь 2021, 04:10

Төҙөлөш майҙаны Ағиҙел аръяғына күсә

Баш ҡалала торлаҡ төҙөлөшө йылдам бара. Тик урын бик иркен түгел. Шуға ла Ағиҙел аръяғы уңышлы майҙан булып һанала.

Төҙөлөш майҙаны Ағиҙел аръяғына күсәТөҙөлөш майҙаны Ағиҙел аръяғына күсә
Төҙөлөш майҙаны Ағиҙел аръяғына күсә
Ағиҙел аръяғын (Забелье) торлаҡ төҙөлөшө өсөн 2008 йылда уҡ проектлай башлайҙар. Әммә инженер селтәрҙәре булмау сәбәпле, ул туҡталып тора. 2018 йылда был проблеманы ла хәл итәләр. БР Башлығы Радий Хәбиров тырышлығы менән Өфө "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Стимул" программаһына индерелә һәм селтәрҙәр булдырыуға 8 миллиард һум аҡса алыу мөмкин була. 2024 йылға ул эш тамамланасаҡ.
Ағиҙел аръяғында 10 миллион кв.м торлаҡ йорт һалыу күҙаллана. Киләсәктә унда 400 мең кеше йәшәйәсәк.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков белдереүенсә, Забельела торлаҡ та, эш урыны ла буласаҡ.
 
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
 


Төҙөлөш майҙаны Ағиҙел аръяғына күсә
Төҙөлөш майҙаны Ағиҙел аръяғына күсә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас