Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Сентябрь 2021, 10:50

Мобиль вакциналау пункттары ҡыҫҡартылды

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы һәм киҫкен респираторлы вируслы инфекцияларға бәйле килеп тыуған эпидемиологик хәлгә  бәйле мобиль вакциналау пункттарын ҡыҫҡарттылар.

Мобиль вакциналау пункттары ҡыҫҡартылдыМобиль вакциналау пункттары ҡыҫҡартылды
Мобиль вакциналау пункттары ҡыҫҡартылды

 Медицина хеҙмәткәрҙәрен яңынан амбулаторияларға күсерләләр, сөнки унда эш күбәйҙе.  11 мобиль пункттан өсәүһе генә халыҡты ҡабул итеүен дауам итә. Атап әйткәндә, “Торатау” Конгресс-холында иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем, “Башҡортостан” лафстайл үҙәгендә көндөҙгө сәғәт 1-ҙән киске 7-гә тиклем һәм “Мир” сауҙа үҙәгендә шулай уҡ көндөҙгө сәғәт 1-ҙән киске 7-гә тиклем вакцина эшләтергә мөмкин.

 Әйтеп үтергә кәрәк, 11 мобиль вакциналау пунктының эшләү осоронда уларҙа 61530 кеше  ковидҡа ҡаршы прививканың тәүге компонентын эшләткән, 52109 кеше вакциналауҙың ике этабын да үткән. 

Мобиль пункттарҙа вакцина эшләтеү өсөн алдан яҙылырға кәрәкмәй, ә бына поликлиникаларҙа прививкаланыу өсөн “Дәүләт  хеҙмәте” порталы, Колл-үҙәктең берҙәм телефоны (122) йә поликлиниканың регистратураһы аша алдан яҙылыу зарур.     Коронавирус һәм вакциналау буйынса ҡыҙыу линияның телефон һандары:

 Башҡортостан Республикаһының ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге — 8 (347) 218-19-19;

— коронавирус инфекцияһы мәсьәләһе буйынса — 8 (347) 286-58-278 (347) 279-91-20 (тәүлек әйләнәһенә эшләй); 122 (шылтыратыу бушлай).

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас