Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Сентябрь 2021, 04:25

Көн торошо

Алдағы ике көндә ямғыр һәм епшек ҡар яуасаҡ һәм көслө ел сығасаҡ, тип фаразлай синоптиктар.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Бөгөн ямғыр, урыны менән епшек ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 0-5, айырым райондарҙа ҡырау төшөп 5 градус һалҡын. Көндөҙ термометр бағанаһы – 3-8 градус йылы күрһәтәсәк.

29 сентябрҙә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә – 1-6 градус һалҡын, көндөҙ 4-9  градус йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас