

РФ фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков белдереүенсә, Рәсәйҙең 49 төбәгенән 106 вуз "Приоритет 2030" дәүләт ярҙамы программаһына ингән. Улар араһында беҙҙең өс университет - БДУ, БДМУ, ӨДНТУ - бар.
Беләһегеҙ, Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеттары ҡушылып, Өфө фән һәм технологиялар университеты барлыҡҡа киләсәк. Ул юғары уҡыу йорто яңы быуын педагогтары һәм эшҡыуарҙарын уҡытып сығарасаҡ.
Әле беҙҙең вуздар "Приоритет 2030" грантының махсус өлөшөнә дәғүә итә. Конкурстың икенсе этабы башлана.
Фото: vk.com