Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2021, 16:57

Юл фажиғәләре - 26 сентябрь

Кисә республика юлдарында 11 автоавария теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 15 кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 26 сентябрь
Юл фажиғәләре - 26 сентябрь

Кисен Иглин районында Өфөнән 46 йәшлек ир "Kia Rio" машинаһында 42 йәшлек йәйәүлене тапай. Йәйәүле һәләк булған. Уның кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар юҡ.

Тәүлек эсендә 1900-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 51 иҫерек водитель тотолған.

Бөгөн Салауат ҡалаһы дауаханаһында Өфө-Ырымбур трассаһындағы ҡурҡыныс аварияла ауыр яраланған ир йән биргән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 23 сентябрҙә Мәләүез районында ике микроавтобус бәрелеп, береһе янып китә. Утта дүрт кеше үлә, бер ирҙе иһә дауаханаға оҙатҡайнылар... Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: