Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2021, 06:06

Таш юныуҙа иң оҫтаһы!

Сибай егете Илнур Шәйхисламов Австрияла уҙған һөнәри оҫталыҡ буйынса Европа чемпионатында медальон яуланы!

Таш юныуҙа иң оҫтаһы!Таш юныуҙа иң оҫтаһы!
Таш юныуҙа иң оҫтаһы!

Һөнәри оҫталыҡ буйынса Европа бәйгеһендә (EuroSkills Graz 2021) Сибайҙан 21 йәшлек Илнур Шәйхисламовтың ҡатнашыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Рәсәй командаһы составында Башҡортостан данын Илнур бер үҙе яҡланы һәм «Ташты архитектур эшкәртеү» комптенцияһында иң оҫта һөнәрмәндең береһе булып танылды.

Илнурға — 21 йәш, Сибай киң профилле һөнәри белем биреү колледжында «Автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау» йүнәлеше буйынса уҡып сыҡҡан. Егет бала саҡта рәссам булырға хыялланған, әммә мәктәпте тамамланғас, автомеханик һөнәрен һайлаған. Автомобилде ремонтлау — үҙенә күрә бер сәнғәт, ти ул.

WorldSkills хәрәкәтенә коллеждағы уҡытыусыһының кәңәше буйынса ҡушылған. Тап уҡытыусыһы егеттә техник һәләттәрҙе күреп ҡалған һәм «Ташты архитектур эшкәртеү» компетенцияһында сығыш яһап ҡарарға тәҡдим иткән. 2018 йылда Илнур республика чемпионатында еңеү яулап, ил йыйылма командаһына саҡырыу алған.

Илнур — баҫалҡы холоҡло, тәрбиәле, тырыш һәм көслө характерлы егет. Үҙ иңенә яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡмай. Теүәл фәндәрҙе яҡшы белеүе егеткә архитектура элементтарын оҫта итеп эшләргә ярҙам итә. Илнур таш юныу эшендә артабан тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшергә теләй. Уҡытыусылары, етәкселәре лә ҙур өмөттәр бағлап тора, шуларҙың береһе — халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе Рафаэль Яхин. Егет остазының уңыштарынан илһамланып, тағы ла бейегерәк үрҙәр яуламаҡсы. Яҡташыбыҙға уңыштар юлдаш булһын!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Илнурҙы еңеүе менән ҡотланы, әйткәндәй, был сарала республика етәксеһе лә ҡатнашты, ул федераль ведомство вәкилдәре менән бер нисә осрашыу уҙғарҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Австрияла һөнәри оҫталыҡ буйынса Европа бәйгеһе (EuroSkills Graz 2021) тамамланды. Илебеҙҙең милли йыйылма командаһы ағзалары (WorldSkills Russia) 17 алтын, 8 көмөш, 10 бронза миҙал һәм 5 медальон яулап, дөйөм миҙал һәм мәрәй иҫәбе буйынса беренсе урынға лайыҡ булды.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас