Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2021, 19:55

Сөгөлдөр менән ҡабаҡтан икра

Эшләп ҡарағыҙ, хужабикәләр!

Сөгөлдөр менән ҡабаҡтан икра
Сөгөлдөр менән ҡабаҡтан икра

 

Икра өсөн 3 кг  сей сөгөлдөр  (ҡырғыс аша үткәрергә), 3 кг ҡабаҡ (ҡырғыс аша үткәрергә), 1,5 кг һуған  (ҡулсалап турарға), 3 аш ҡалағы тоҙ, 300 г шәкәр, 100 г аш һеркәһе, 0,5 стакан үҫемлек майы алына. Томат пастаһы ла һалырға мөмкин.

Ингредиенттарҙы яҡшылап болғатып, 30 минутҡа ултыртып торорға. Һуңынан  40 минут һүрән утта  быҡтырырға ла, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас ябырға.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: