Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2021, 16:04

"Орлан" юлға сыҡты

Ике ҡала араһында тимер юлы бәйләнеше өҙөлөүгә 11 йыл булған икән. БР Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, хәҙер кешеләр уңайлы транспортта елдәй елеп кенә барып етәсәк.

"Орлан" юлға сыҡты
"Орлан" юлға сыҡты

Бөгөн "Урал транспорты" форумы асылды. Ошо сарала ВДНХ-Экспо үҙәге һәм Өфөнөң тимер юлы вокзалы араһында телекүпер режимында Өфө - Ырымбур маршруты буйынса яңы тиҙлекле "Орлан" поезын ебәрҙеләр.

"Был яңы маршрут ике төбәк араһында халыҡҡа комфортлы поезда йөрөргә мөмкинлек бирә. Бизнес үҫешенә лә файҙалы буласаҡ. Тиҙҙән беҙ Көнсығыш һәм Көнбайыш экспрестарын да юлға сығарасаҡбыҙ", - тине республика етәксеһе.

"Өфө - Ырымбур" араһын тиҙлекле поезд ни бары алты сәғәттә үтәсәк. Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Күмертау ҡалаларында туҡтаясаҡ.

"Орлан" пассажирҙар менән тулы булыр, тигән өмөттә етәкселек.

Фото: "Башинформ".

 

 

"Орлан" юлға сыҡты
"Орлан" юлға сыҡты
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: