Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2021, 18:06

Ныҡ ҡосаҡлашҡандар...

Өфөлә юғары белем алған 26 йәшлек егет туҡталышта йәш ҡыҙ менән танышып, уны өйөнә ҡәҙәр оҙатҡан. Подъезд янында айырылыша алмай, оҙаҡ һөйләшеп торғандар. Ҡосаҡлашып һаубуллашҡандар. Егет, шундай шәп ҡыҙ менән танышыуына ҡыуанып, ҡайтып киткән. Тик салбар кеҫәһендә ятҡан телефонының юғалыуы ғына кәйефен боҙған. Ул полицияға ғариза яҙған.

Ныҡ ҡосаҡлашҡандар...
Ныҡ ҡосаҡлашҡандар...

Баш ҡаланың полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләү барышында енәйәттә ғәйепләнгән кешене тотҡандар - егеттең шул яңы танышы, 21 йәшлек ҡыҙ, телефонды сәлдергән булған. Һатып аҡса эшләргә йыйынған. Хәҙер уға закон алдында яуап тоторға тура киләсәк. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: