Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2021, 16:20

Мөмкинлек булғанда газ үткәреп ҡалығыҙ!

"Зәңгәр яғыулыҡ"ҡа беренсе этапта газ бүлеү селтәренә тиклем ара 200 метрҙан артмаған йорттар тоташтырыласаҡ.

Мөмкинлек булғанда газ үткәреп ҡалығыҙ!
Мөмкинлек булғанда газ үткәреп ҡалығыҙ!

«Беҙҙең республика 83,6 процентҡа «зәңгәр яғыулыҡ» менән тәьмин ителгән. Был - шаҡтай ҙур ҡаҙаныш. Әммә ауылға газ индерелһә лә, кешеләр үҙ йорттарына уны үткәрә алмаҫҡа мөмкин. Сөнки  ҡиммәткә төшә. Ҡайһы бер саҡта сумма 150-200 мең һумға барып  етә», – тип яҙған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге битләүендә.

«Быйыл Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса бөтөн ил буйынса «догазификация» программаһы башланды. Уға ярашлы, ауыл, ҡасаба эсендә газды йорттоң участкаһы сиктәренә тиклем бушлай үткәрәсәктәр. Республика ла был эшкә тотондо. Беренсе этапта газ бүлеү селтәренә тиклем ара 200 метрҙан артмаған йорттар тоташтырыласаҡ. Хәҙер өйҙәренә «зәңгәр яғыулыҡ»үткәрергә теләүселәргә максималь ярҙам итеү мөмкинлеге бар.2019 йылда Башҡортостанда ташламаларға эйә категория кешеләре өсөн газ үткәреүгә махсус сертификаттар индерелде. Күп ғаиләләр өсөн был етди ярҙам булды. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, хәрби бәрелештәр инвалидтары 100 мең күләмендә субсидия алырға хоҡуҡлы. 60 мең күләмендәге ярҙамды аҙ тәьмин ителән инвалидтар, инвалид балаһы булған ғаиләләр һәм күп балалы ғаиләләр ала. Әлеге көндә республика буйынса 4488 сертификат бирелгән. Артабан был программаны үҫтерәсәкбеҙ.

Газ үткәреү өсөн «Газпром газораспределение Уфа»ға ғариза бирергә кәрәк. Быны  компанияның берҙәм клиент үҙәктәрендә, www.bashgaz.ru , www.connectgas.ru, "Дәүләт хезмәттәре" порталында йәиһә  Күп функциялы үҙәктә эшләргә мөмкин. https://connectgas.ru/gasification_program берҙәм газлаштырыу операторы порталында шулай уҡ адресығыҙҙың  был программаға инеү-инмәүен тикшерергә мөмкин.

Республика һәм федераль программалар ярҙамында 2025 йылға тиклем беҙ 200 мең йортто һәм фатирҙы газ менән тәьмин итергә планлаштырабыҙ».

 

 

Фото:vladivostok-mitropolia.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: