Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2021, 16:21

Мәктәптәр карантинға ябыла

Башҡортостанда 279 мәктәп карантинға ябылған, 730 белем усағында ковид менән ауырыу осрағы асыҡланған.

Мәктәптәр карантинға ябыла
Мәктәптәр карантинға ябыла

 

Балалар араһында ла ауырыу көндән-көн нығыраҡ тарала. Был хаҡта «Роспотребнадзор»ҙың республика идаралығы башлығы Анна Казак хәбәр итте. Статистикаға ярашлы, 730 белем биреү учреждениеһында яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осраҡтары теркәлгән.

«Класта бишәүҙән күберәк бала ауырыһа, карантин иғлан ителә. Был  сикләү сараһы төбәктең 279 мәктәбендә индерелгән, – тин Анна Казак. – Аҙна дауамында республиканың бөтә белем биреү ойошмалары буйынса рейд үткәреләсәк».

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: