Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2021, 21:04

"Күҙ йәштәрһеҙ ҡарау мөмкин түгел!"

Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркындағы сәхнәне вандалдар емергән.

"Күҙ йәштәрһеҙ ҡарау мөмкин түгел!"
"Күҙ йәштәрһеҙ ҡарау мөмкин түгел!"

Өфөлә йәшәгән бер ҡатын социаль селтәрҙә был мәхшәрҙең видеояҙмаһы менән уртаҡлашҡан. Ул унда «Ҡашҡаҙан» паркының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан эстрада сәхнәһен күрһәтә. Төҙөлөш объектын вандалдар емергән. Ишектәр тишелгән, стенала ниндәйҙер яҙыуҙар, унда-бында сүп-сар өйөлөп ята. Ысынлап та, күҙ йәштәрһеҙ ҡарау мөмкин түгел.

— Бомбаға тотҡандармы ни, ишектәр емерелгән, әллә ниндәй яҙыуҙар. Күҙ йәштәрһеҙ ҡарау мөмкин түгел! — ти ҡатын.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҡашҡаҙан» паркын 2019 йылда реконструкциялай башлағайнылар, төҙөлөш эштәре быйыл октябрҙә тамамланырға тейеш ине. Төҙөүселәр Ҡашҡаҙан күлен таҙартты һәм тәрәнәйтте, һыуһаҡлағысты таҙа һыу менән тултырҙы, ямғыр канализацияһы үткәрҙе, тирә-яғына ағастар ултыртты. Тағы ла бында ҡом пляжы, төҫлө-музыкаль фонтан барлыҡҡа килергә тейеш ине.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: