Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2021, 17:10

Күп балалы атай ҡыҙының әхирәтен көсләгән

Салауат районының Ахун ауылында 36 йәшлек ир 12 йәше лә тулмаған ҡыҙҙы мыҫҡыл иткән.

Күп балалы атай ҡыҙының әхирәтен көсләгән
Күп балалы атай ҡыҙының әхирәтен көсләгән

Билдәле булыуынса, ул үҙе дүрт балаға атай. Быйылғы йылдың апрель айында спиртлы эсемлек ҡулланған ир ҡыҙының бәлиғ булмаған әхирәте менән йортта бергә ҡала һәм ул, кеше булмауынан файҙаланып, бала менән енси бәйләнешкә инә.

Ул үҙенең ғәйебен тулыһынса таный.Әле енәйәтсегә ҡарата суд хөкөмө сығарылған. Ирҙе 7, 6 йылға иркенән мәхрүм итәкәндәр.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: