Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2021, 19:42

Гараж бомба өҫтөндә ултырған!

Баймаҡ районының Бикеш ауылында йәшәгән ир хәүефле табышҡа юлыҡҡан.

Гараж бомба өҫтөндә ултырған!
Гараж бомба өҫтөндә ултырған!

Бикеш ауылында йәшәүсе бер ир улына гараж төҙөшөп йөрөгән. Машина ҡуйған урынға соҡор ҡаҙа башлағас, сәйер әйбергә юлыҡҡан.

— Щетка менән таҙартырға тотондом. Берәй ҡурҡыныс нәмә булып ҡуймаһын, тип уйланым. Полицияға шылтыраттым, янғын һүндереүселәр, «Тиҙ ярҙам» машинаһы килде. Бөтә урамды уратып алдылар. Баҡһаң, тутыҡҡан снаряд булған икән, — тип һөйләй Ғәлимнур Ғәлин.

Һөҙөмтәлә Өфөнән Бикешкә саперҙар килеп, снарядты ауылдан ситкә сығарып шартлатҡан.

Бикеш ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Люциә Иҫәнғолова әйтеүенсә, ауыл халҡы аҙаҡҡаса снарядҡа ышанмаған. «Беҙҙең мәктәптең тарих уҡытыусыһы, был — Граждандар һуғышынан ҡалған снаряд, ти».

Кем әйтмешләй, бына һиңә бер фобия. Бикештәр хәҙер ерҙе ҡурҡа-ҡурҡа ҡаҙырмы икән? Бәлки, ҡайҙалыр тағы бомба-снарядтар яталыр, һаҡ булырға кәрәк.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: