Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2021, 04:19

Ә һеҙ өмәгә сыҡтығыҙмы?

Башҡортостан халҡы Бөтә Рәсәй таҙалыҡ акцияһында әүҙем ҡатнашты. #Эшләрбеҙ2021 #Сделаем2021 сараһына Салауат ҡалаһы халҡы ла ҡушылды.

Ә һеҙ өмәгә сыҡтығыҙмы?Ә һеҙ өмәгә сыҡтығыҙмы?
Ә һеҙ өмәгә сыҡтығыҙмы?

Өмәлә ҡатнашыусылар ҡала эсендә генә түгел, ә Ағиҙел йылғаһы буйында ла эшләгән. Әйткәндәй, яр буйын төҙөкләндереү "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" муниципаль программаһына ярашлы  бара.

Өмәгә ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, уҡыусылар, Трамвай идаралығы, "Водоканал" предприятиеһы эшселәре, йәштәр ҙә, өлкән әүҙем граждандар ҙа сыҡты.

Өмәлә сүп-сар байтаҡ йыйыла. Тимәк, ҡыйлаусылар ҙа күп. Һәр кем артынан йыйыштырып китергә ҡасан өйрәнер икән?

Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәтенән.

 

Ә һеҙ өмәгә сыҡтығыҙмы?
Ә һеҙ өмәгә сыҡтығыҙмы?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас