Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2021, 16:36

Дауаханаларҙа ковид менән сирләүесләргә урындар етмәй

Башҡортостанджа өҫтәмә рәүештә 770 урынлыҡ дүрт ковид-госпиталь асылыуы ихтимал.

Дауаханаларҙа ковид менән сирләүесләргә урындар етмәй
Дауаханаларҙа ковид менән сирләүесләргә урындар етмәй

 

Әлеге ваҡытта Өфөлә һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике ҙур инфекция үҙәге, шулай уҡ күп кенә ҡала дауаханаларында ковид-бүлектәр   эшләй.

«Ковид-госпиталдәрҙә 5465 койка-урын булдырылған, әммә ауырыусыларҙың һаны әле үк 5564 кеше тәшкил итә», – тип белдерҙе оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин. Һуңғы тәүлектә генә был дауаханаларға 489 пациент ҡабул ителгән, шул уҡ ваҡытта 444 кеше һауығып сыҡҡан.

«Былтыр ауырыу көсәйгән ваҡытта зарарланыусылар өсөн 6,5 койка-урын булдырылғайны. Әле иһә сирҙең тағы иң ныҡ көсәйгән мәле, шул уҡ кимәлгә етеүебеҙ ҙә ихтимал», – тине Радий Хәбиров.

Шулай уҡ кәңәшмәлә ковид менән ауырыусыларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә ҡаралды.

«Финанс министрлығы кәрәкле дарыуҙар алыу өсөн көн һайын 50 млн һум аҡса бүләсәк, тип һөйләштек. Дауаханаларҙың етәкселәре менән һөйләштем, препараттар етерлек кимәлдә булһа, улар әлеге көсөргәнеште еңеп сыға аласаҡ. Коронавирустың үткән тулҡынында уҡ  дарыуҙар биреүҙе туҡтатыу менән дауаханаларҙа ауырыуҙарҙың күбәйеүе күҙәтелгәйне», – тине Башҡортостан Башлығы.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: