Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентября 2021, 06:24

Бынан һуң "Мир" аша ғына...

Пособие күсереүгә бәйле яңылыҡ бар. 1 октябрҙән яңы ҡағиҙә ғәмәлгә инәсәк.

Бынан һуң "Мир" аша ғына...Бынан һуң "Мир" аша ғына...
Бынан һуң "Мир" аша ғына...

Киләһе айҙан әҙ тәьмин ителгән ғаилә булараҡ пособие алған ғаиләләргә аҡса “Мир” картаһына йә ҡулаҡсалата йә карта бәйләнмәгән ғәҙәти иҫәпкә генә күсереләсәк.

Һүҙ тәүге йә икенсе бала тыуғанда (тәрбиәгә алғанда) бирелгән пособиелар тураһында. Үҙгәрештәр халыҡ-ара түләү системаһы аша алған аҡсаға ҡағыла. Ә сберкнижкаға күскән йә почта аша алған пособиелар шул килеш буласаҡ.

“Мир” картаһы йөклө ҡатындарға, балалар өсөн пособие алыусыларға, пенсионерҙарға, эшһеҙлек буйынса түләү алғанда кәрәк.

 

Фото: Т. Аманов.

Бынан һуң "Мир" аша ғына...
Бынан һуң "Мир" аша ғына...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас