Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2021, 15:58

Бөрйән егете Мәскәүҙә уҙған көрәш ярышында еңгән! Афарин!

Рәдис Байназаров баш ҡалала эшләп тә, спорт менән шөғөлләнеп тә өлгөрә.

Бөрйән егете Мәскәүҙә уҙған көрәш ярышында еңгән! Афарин!
Бөрйән егете Мәскәүҙә уҙған көрәш ярышында еңгән! Афарин!

Кисә Мәскәүҙә «Top fight» ҡатнаш көрәш буйынса профессиональ турнир уҙған. Унда Бөрйән районының Байназар ауылынан йәш көрәшсе Рәдис Байназаров еңеү яулаған.

Рәдис көрәш менән бала саҡтан шөғөлләнә, бер нисә тапҡыр республика, ил кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулай. Мәҫәлән, быйыл мартта Берләшкән көрәш донъяһы ҡағиҙәләренә ярашлы үткән грэпплинг буйынса Рәсәй турнирында 2-се урын алған. Ә был –  яҡташыбыҙҙың тәүге профессиональ еңеүе. Рәдис 66 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында билдәле Рәсәй көрәшсеһе Артур Баһаутдиновтың тәрбиәләнеүсеһе Алексей Степанов менән алышҡан. Турнирҙы ойоштороусыларҙың һүҙҙәренсә, Рәдис эшләп тә, спорт менән шөғөлләнеп тә өлгөрә. Ҡыҫҡаһы, афарин, егет!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: