Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2021, 16:50

Ҡатынын шайтан менән бутаған

Башҡортостанда бер ир йоҡо аралаш һаташа һәм ҡатынын үлтерә.

Ҡатынын шайтан менән бутаған
Ҡатынын шайтан менән бутаған

33 йәшлек Юрий иҫерек килеш йоҡларға ята. 36 йәшлек ҡатын өйөнә ҡайтҡас, уны уятырға уйлай. Һаташып килеп торған ир йоҡо аралаш уны, үҙен быуып үлтерергә йыйынған "шайтан" икән тип уйлап, аш бүлмәһенән бысаҡ алып, бысаҡ менән сәнсә.

Был хәлдән һуң 15–20 минут үткәс кенә Юрий аңына килә. Ир иптәшенә шылтырата, ул полиция саҡыртырға ярҙам итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепле ирҙе бүлексәгә алып бара. 

Үлгән ҡатындың ике балаһы ҡалған. Билдәле булыуынса, ул бер ҡайҙа ла эшләмәгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: