Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2021, 09:40

Аҡсаны "елгә" осормаҫ өсөн

Коммуналь түләүҙәргә хаҡтар даими артып тора. Уларға аҙыраҡ түләү өсөн нимә эшләргә була?    

Аҡсаны "елгә" осормаҫ өсөнАҡсаны "елгә" осормаҫ өсөн
Аҡсаны "елгә" осормаҫ өсөн

 

*Люстраларға  энергияны һаҡлаусы лампочкалар йә булмаһа диодлы яҡтыртҡыстар ҡуйырға. Һуңғыларының хаҡы бер аҙ ҡыйбатыраҡ. Уның ҡарауы, был утты 6-10 тапҡырға экономияларға мөмкинлек бирә.

 

* Көнкүреш техникаһының энергияны аҙ «ашағанын» һайлағыҙ. Мәҫәлән, «А++» класлы кер йыуыу машинаһы «А» класлы моделдән электрҙы 20 процентҡа аҙыраҡ ҡуллана.

 

* «NO FROST» системаһы булмаған һыуытҡысты мөмкин тиклем йышыраҡ эретергә кәрәк. Уның эсенә бүлмә температураһына еткерелгән ризыҡтарҙы ғына ҡуйырға.

 

* Кер йыуыу машинаһы 30 градус йылы һыуҙа ла кейемдәрҙе яҡшы йыуа һәм һыу температураһы 40 градус булғандағыға ҡарағанда электр энергияһын 35 процентҡа экономиялай.

 

* Электр йыһаздарын розетканан алып ҡуйырға ғәҙәтләнегеҙ. Компьютер, телевизорҙар һәм башҡа техника «көтөү» режимында айына шаҡтай киловатт «ашай».

* Электр сәйнүге ҡулланмағыҙ. Газ плитәһендә сәй ҡайнатыу  күпкә отошло.

* Ҡыш өйҙәге йылылыҡты һаҡлау өсөн йортоғоҙҙоң стеналарын, тәҙрәләрен йылытығыҙ.

 

Фото:Яндекс.Дзен

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас