

Төш ваҡытында Өфө районында, Өфө-Ырымбур автоюлының 28-се саҡрымында, Салауат ҡалаһынан 32 йәшлек ир "ВАЗ-21102" машинаһында йәйәүлене тапай. Архангель районынан 40 йәшлек ир, водителдең һүҙе буйынса, ярамаған урындан юл аша йүгереп сығып барған булған. Йәйәүле "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән биргән.
Киске сәғәт унынсыла Өфөлә 59 йәшлек ир "Nissan Xtrail" машинаһында 68 йәшлек ирҙе тапай. Йәйәүле үлемесле яраларҙан һәләк була. Уның да ярамаған урындан юл аша сығыуы билдәле.
Тәүлек эсендә 1900-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 50 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.