Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Сентябрь 2021, 18:25

Һалым түләргә ваҡыт етте

2020 йылға ер, транспорт, милек өсөн һалым түләргә ваҡыт етте.

Һалым түләргә ваҡыт еттеҺалым түләргә ваҡыт етте
Һалым түләргә ваҡыт етте

Республикала йәшәүсе физик шәхестәр милек һалымын түләүгә белдереү ҡағыҙҙары ала башланы. 1 декабрь - милек һалымдарын менән иҫәпләшеүҙең һуңғы көнө, тип иҫкәртә һалым органдары. Мөлкәткә, ер һәм транспортҡа һалымды почта бүлексәләрендә, банктарҙа һәм ведомство сайтындағы электрон сервис ярҙамында түләргә мөмкин.

Белдереү ҡағыҙындағы мәғлүмәттәр буйынса һорауҙар тыуһа, уларҙы аныҡлау өсөн һалым инспекцияһына ғариза яҙырға кәрәк. Быны Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында электрон төрҙә, почта аша эшләргә йәки инспекцияға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Һалымдарын ваҡытында түләмәүселәргә ҙур күләмдә штраф янай. Шуға күрә һалым хеҙмәте ер, транспорт һәм күсемһеҙ милеккә һалым буйынса дәүләт менән ваҡытында иҫәпләшеү хаҡында иҫкәртә.

 

Фото:oren.mk.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас