Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Сентября 2021, 13:55

Йөрәгегеҙ сәләмәтме?

Түбәндәге тесты эшләп, йөрәгегеҙҙе тикшертеп ҡарағыҙ.  

Йөрәгегеҙ сәләмәтме?Йөрәгегеҙ сәләмәтме?
Йөрәгегеҙ сәләмәтме?

 

Бының өсөн тәрәнерәк һауыт һәм һалҡын һыу кәрәк. Боҙ киҫәктәре лә һалырға ярай. Ҡулдарҙы беләҙеккә тиклем һалҡын һыуға тығығыҙ. Әгәр ҙә бармаҡ остары тәндең башҡа урындары кеүек төҫтә икән,  барыһы ла яҡшы. Бармаҡтарҙың аҙыраҡ алһыу төҫкә инеүе лә  яҡшы күрһәткес. Тимәк, йылы ҡан һыуынған бармаҡтарҙы йылытырға ашыҡҡан.

Әгәр ҙә бармаҡ остары зәңгәрләнһә, туңһа, йөрәктә проблема бар тигән һүҙ. Бармаҡтарҙы ыуғалап ҡарағыҙ. Ҡәҙимге төҫө тиҙ генә кире ҡайтмай икән, терапевҡа күренергә, йөрәгегеҙҙе тикшертергә кәрәк.

 

Фото:тимmezer-uzi.com

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас