Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Сентябрь 2021, 23:11

Венгрҙар тарихын өйрәнә

Республикабыҙға экспедиция менән килгән Венгрия ғалимдары уникаль фотоһүрәттәр менән уртаҡлашҡан. Тупаҡ, Темәс ауылдары 110 йыл элек бына ниндәй булған!

Венгрҙар тарихын өйрәнә
Венгрҙар тарихын өйрәнә

Беҙҙең венгрҙар менән уртаҡлыҡтарыбыҙ күп. Ҡайһы бер ғалимдарҙың фаразы буйынса, башҡорттар менән мадьярҙар генетик яҡтан туған. Бынан тыш, ҡасандыр венгрҙар ата-бабаларыбыҙ менән Көньяҡ Уралда төйәк иткән, тигән фекер ҙә йәшәй. Бихисап ер-һыу һәм ырыу атамалары уларҙың теле менән аталған, мәҫәлән, Бишауыл-Уңғар, Мәйгәште, Вәрәш, юрматы, йәнәй, юрмый, бүләр һ.б.

Ошо көндәрҙә Башҡортостанға Венгрия ғалимдары, этнограф-шәрҡиәтсе Давид (Дауыт) Шомфаи Кара һәм антрополог Иштван (Иштуған) Санта килгән. Дауыт - билдәле ғалим, тюрколог һәм башҡорт теле белгесе Жозеф Торманың уҡыусыһы. Егеттәр халҡыбыҙ менән мадьярҙарҙың туғанлығын өйрәнергә, этнографик материалдар тупларға ниәтләй. Иң ғәжәпләндергәне, йәш белгестәр беҙгә 110 йыл элек Башҡортостанда венгр ғалимдары тарафынан төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙе алып килгән. Улар быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған һәм күрһәтелмәгән. Мәҫәлән, һүрәттәрҙә Әбйәлил районының Тупаҡ, Баймаҡ районының Темәс ауылдарын, үткән быуатта йәшәгән ата-балаларыбыҙҙың көнкүрешен, торлағын күрергә мөмкин.

Ысынлап та, ҡайһы бер ғалимдар, 7-се быуатта мадьярҙар Әбйәлил районы ерҙәрендә йәшәгән һәм һуңыраҡ улар Венгрияға күскән, тип белдерә. Әйткәндәй, бөгөн Венгрияла башҡорттарҙың бер ырыуы йәшәй һәм ике мәктәптә башҡорт теле уҡытыла!

 

Тупаҡ ауылы
Тупаҡ ауылы урамы
Тупаҡ ауылы башҡорттары
Торлаҡ
Темәс ауылы
Тупаҡ ауылы
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: