

Коронавирус менән ауырыусылар һаны арта: һуңғы тәүлектә ҡәһәрле ауырыуҙы 382 кеше йоҡторған.
Дауаханаларҙа 685 кеше дауалана, 6 171 кеше амбулатор шарттарҙа. 41 кеше ауыр хәлдә, 11 пациент яһалма һулыш алыу аппаратына тоташтырылған.
Үткән тәүлектә 20 кеше тажлы вирус ҡорбаны булды. Вафат булыусыларҙың һаны республикала 1516-ға етте.
1 161 532 кеше коронавирусҡа ҡаршы вакцина ҡаҙатҡан.
Фото:news.myseldon.com