Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Сентябрь 2021, 15:23

Үрге Ҡыйғы ауылында янғында 46 йәшлек ир һәләк булған

Үткән төндә Үрге Ҡыйғы ауылында мунсаға ут тоҡанған. Янғын ҡорбаны - 1975 йылғы ир.

Үрге Ҡыйғы ауылында янғында 46 йәшлек ир һәләк булғанҮрге Ҡыйғы ауылында янғында 46 йәшлек ир һәләк булған
Үрге Ҡыйғы ауылында янғында 46 йәшлек ир һәләк булған

Фажиғә буйынса тикшереү үткәрелә, янғын сәбәбе асыҡлана.


Мәғлүм булыуынса, йыл башынан алып республикала һигеҙ меңдән ашыу янғын теркәлеп, 179 кеше һәләк булған. Уларҙың 30 проценттан ашыуы тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ күрһәтеү арҡаһында.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас