Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Сентябрь 2021, 06:43

Юл фажиғәләре - 23 сентябрь

Кисә республика юлдарында 14 автомобиль аварияһы теркәлгән, алты кешенең ғүмере өҙөлгән, 18 кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 23 сентябрьЮл фажиғәләре - 23 сентябрь
Юл фажиғәләре - 23 сентябрь

Көндөҙ Мәләүез районында, Салауат ҡалаһы янында, "Газель" микроавтобусы менән "Renault Master" йөк машинаһы бәрелешә. "Газель" тоҡанып, водитель һәм 27, 42, 52 йәшлек өс  пассажир янып һәләк була. "Renault" водителе дауаханала ауыр хәлдә.

Киске сәғәт һигеҙенсе яртыла Ишембай районында, Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск автоюлының 42-се саҡрымында, 51 йәшлек ир "Лада Гранта" машинаһында юлдан осҡан. Алғы урында ултырған 31 йәшлек пассажир аварияла ауыр яраланып, дауаханаға алып китеп барғанда йән биргән. Икенсе пассажир ҙа, 29 йәшлек ир, ауыр яраланған. Водитель алкотестер менән тикшерелеүҙән баш тартҡан. 

Киске сәғәт туғыҙ тирәһендә Нефтекама ҡалаһында 45 йәшлек ир "Datsun on-DO" машинаһында 47 йәшлек ҡатынды тапай. Йәйәүле "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән биргән. Ул үткәүелгә саҡ ҡына барып етмәйенсә юл аша сығып барған булған. Етмәһә водитель дә эскән килеш руль артына ултырған (0,977 мг/л)... 

Юлда һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Тәүлек эсендә 2200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 28 иҫерек водитель тотолған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 23 сентябрь
Юл фажиғәләре - 23 сентябрь
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас