Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Сентябрь 2021, 05:31

Рәсәйҙәрҙең иң яратҡан ризығына хаҡ артасаҡ

Етештереүселәр саң ҡаға: ҡаты сортлы бойҙай етмәй! Хатта уңыш яҡшы булһа ла, хаҡтарҙы күтәрергә мәжбүрбеҙ!

Рәсәйҙәрҙең иң яратҡан ризығына хаҡ артасаҡРәсәйҙәрҙең иң яратҡан ризығына хаҡ артасаҡ
Рәсәйҙәрҙең иң яратҡан ризығына хаҡ артасаҡ

Һүҙ нимә тураһында барғанын аңлатабыҙ: баҡһаң, макарон изделиелары сығарыу өсөн ҡаты сортлы бойҙай етмәй икән. Игенгә хаҡ ҡапыл ғына күтәрелгән. Барыһына ла ҡоролоҡ булыуы, нефть һәм газ хаҡтары ғәйепле. Ҡоролоҡ беҙҙә генә түгел, ә АҠШ-та һәм Канадала ла. Донъялағы хаҡтар тап уларҙағы ҡоролоҡҡа бәйле.

Макаронға хаҡ 15 процентҡа менеүе ихтимал. Быныһы уртаса. Урыны менән 30 – 40 процентҡа күтәрелеүен дә көтөргә ҡаламы икән? Хатта ҡап (төрөү) хаҡы ла “һикерәсәк”. Транспортировкалауҙы әйтеп тораһы ла юҡ.

Был хәбәрҙе уҡығас та, кемдәрҙер магазинға макарон алырға йүгерер. Һәм, бер яҡтан, ундайҙар хаҡлы ла. Запаста ризыҡ булырға тейеш (былтыр апрелдә запасһыҙҙар ныҡ йонсоно), әммә артыҡ күп алып, дефицит тыуҙырыу ҙа дөрөҫ түгел.

Хаҡ күтәрелеүгә өйрәндек тә баһа...

Фото: Т. Аманов.

Рәсәйҙәрҙең иң яратҡан ризығына хаҡ артасаҡ
Рәсәйҙәрҙең иң яратҡан ризығына хаҡ артасаҡ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас