Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Сентябрь 2021, 05:51

Өфөләр! Тиҙҙән өйҙәрегеҙ йылынасаҡ!

Баш ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков 23 сентябрҙә яңы йылытыу миҙгелен башлау тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Шәмбенән, йәғни 25 сентябрҙән күп фатирлы йорттарға йылы бирелә башлай.  

Өфөләр! Тиҙҙән өйҙәрегеҙ йылынасаҡ!Өфөләр! Тиҙҙән өйҙәрегеҙ йылынасаҡ!
Өфөләр! Тиҙҙән өйҙәрегеҙ йылынасаҡ!

Барлыҡ һорауҙар менән 277-09-11 номеры буйынса йылытыу миҙгелендә эшләү буйынса ҡала штабының колл-үҙәгенә шылтыратырға мөмкин.

Шулай уҡ кешеләр үҙенең идарасы компанияһына, торлаҡ милекселәре ширҡәтенә, ресурстар менән тәьмин итеү ойошмаларына мөрәжәғәт итә ала.

Дауханаларға, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, уҡыу йорттарына, социаль-мәҙәни учреждениеларға йылылыҡ 16 сентябрҙә үк ебәрелде.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас