Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Сентябрь 2021, 18:34

Архангель районында юғалған ирҙе үле килеш тапҡандар

22 сентябрҙә Уҫаҡлы ауылынан 67 йәшлек ҡатын полицияға килеп, 21 сентябрҙә тормош иптәшенең юғалыуы тураһында хәбәр итә. Өфө-Белорет автоюлында бал һатҡан пенсионер «Рено Логан» машинаһы менән бергә юғала. Ирҙе эҙләү башланғас, социаль селтәрҙә уның машинаһын 21 сентябрҙә күреүҙәре хаҡында яҙалар, әммә руль артында бөтөнләй икенсе ир булды, тиҙәр. Машина, шаһиттарҙың әйтеүенсә, Өфөгә табан юлланған була.

Архангель районында юғалған ирҙе үле килеш тапҡандарАрхангель районында юғалған ирҙе үле килеш тапҡандар
Архангель районында юғалған ирҙе үле килеш тапҡандар

Полиция хеҙмәткәрҙәре «Рено Логан» машинаһын Интернационал урамындағы гараждар янында эҙләп таба - уны һатыр өсөн Архангель районынан 63 йәшлек ир килтергән була. Ошо ирҙең яҡташының үлемендә ғәйепле булыуы асыҡлана.

Үҙенең иҫке генә "ВАЗ-2115" машинаһында пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән ир бер көндө юлда «Рено Логан» машинаһын күреп, йәнәһе лә, биш литр бал һатып алырға йыйынып, пенсионер янына килә. Пенсионер, үҙем менән ундай тара юҡ, өйгә ҡайтып, килтерер кәрәк, ти. Таксист менән бергә татлы тауарҙы һатыусының машинаһына тейәгәндә, ир кинәт пенсионерҙың башына сүкеш менән һуғып, уны үлтерә. Үле кәүҙәне "Рено" багажнигында баҫыуға алып сығып, шунда күмә. Артабан "Рено"ны ҡалдырып, "попутка"ла үҙенең «Лада»һы торған ергә килеп, машинаһын өйөнә алып ҡайтып ҡуя.

Шул уҡ көндө ул "Рено Логан"да Өфөгә барып, бал һатыусы исеменән ялған һатыу-һатып алыу килешеүен төҙөп, «Рено Логан»ды "перекупщикка" 90 мең һумға һата. 

Енәйәттә ғәйепләнгән ирҙең өйөндә шунса аҡса һәм 30-ға яҡын банка бал табалар. Әлеге ваҡытта енәйәт эше буйынса тикшереү дауам итә.

Һәләк булған ирҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ... Мәрхүмдең йәне йәннәттә булһын...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Архангель районында юғалған ирҙе үле килеш тапҡандар
Архангель районында юғалған ирҙе үле килеш тапҡандар
Архангель районында юғалған ирҙе үле килеш тапҡандар
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас