Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Сентябрь 2021, 09:41

200 һум өҫтәп түләнә

Вакцина эшләткән һәр кеше өсөн табиптарға өҫтәмә аҡса түләнә.

200 һум өҫтәп түләнә200 һум өҫтәп түләнә
200 һум өҫтәп түләнә

  Яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакциналау үткәреүҙә ҡатнашыусы  медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә эш өсөн дәртәләндереү сараһы булараҡ түләүҙәр  бирелеүе тураһында ҡағиҙәләр раҫланды. Был хаҡта БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

РФ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, бер вакцина эшләткән кеше өсөн унда ҡатнашыусы  медицина хеҙмәткәрҙәренең тотош бригадаһы  200 һум аҡса аласаҡ.  Был сумма район коэфициенты һәм Себер өҫтәмәләренән сығып артырға мөмкин. 40 һум анкета тултырған һәм пациенты үҙ ирке менән теләк белдергәне өсөн түләнә,  80 һум – вакцина эшләгән өсөн һәм 80 һум прививка алдынан үткәрелгән медицина  тикшереүе өсөн.   

Был түләүҙәр 2021 йылдың 27 авгусынан алып 31 декабргә тиклем  уҙған ай  өсөн эш хаҡы менән бергә бирелә.  

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас