Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь 2021, 08:30

Юл фажиғәләре - 22 сентябрь

Кисә Башҡортостан юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, ун кеше яраланған, 22 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән - ул авариянан һуң табиптарға мөрәжәғәт итмәгән булған... 

Юл фажиғәләре - 22 сентябрьЮл фажиғәләре - 22 сентябрь
Юл фажиғәләре - 22 сентябрь

Кисә Бәләбәй полицияһының дежур часына дауаханала 22 йәшлек ҡыҙҙың вафат булыуы тураһында хәбәр итәләр. Үлем сәбәбе итеп уның аварияла алған яраларын күрһәтәләр. 

Тикшереү барышында 21 сентябрҙә таңғы сәғәт биш тирәһендә ҡаланың Көнсығыш урамында авария булғанлығы асыҡлана: билдәһеҙ водитель "Лада Гранта" машинаһында тимер бағанаға барып бәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынын водитель ҡалдыра. Уның кемлеге кисен генә асыҡлана: башы йәрәхәтләнгән егет дауаханаға ярҙам һорап килә.

Шулай уҡ уның юлдашы ла, 22 йәшлек ҡыҙҙың да, яраланғаны билдәле була. Һуңынан ул эске ағзалары йәрәхәтләнеүҙән йән бирә лә инде. 

Тәүлек эсендә 2200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 27 иҫерек водитель тотолған.

Бөгөн иртән, сәғәт туғыҙынсыла, Шишмә районында КамАЗ менән "Тиҙ ярҙам" машинаһы бәрелешкән. Аварияла "Тиҙ ярҙам"дан туғыҙ кеше яраланып, дауаханаға оҙатылған - медиктар төркөмө Шишмәнән Шингәккүлгә юлланған булған. 

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас