Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь 2021, 13:00

Көнбағыштың өстән бер өлөшө йыйып алынған

22 сентябргә ҡарата республиканың көнбағыш үҫтереүсе райондары был техник культураны 104 мең гектар майҙанда һуғып алған. Был 254 мең майҙандың 40 проценты тигән һүҙ.

Көнбағыштың өстән бер өлөшө йыйып алынғанКөнбағыштың өстән бер өлөшө йыйып алынған
Көнбағыштың өстән бер өлөшө йыйып алынған

 Уңыштың тулайым йыйымы 128 мең тоннанан артҡан, уртаса уңдырышлылыҡ бер гектарға 12,4 центнер тәшкил итә. Дүртөйлө районында иһә көнбағышты гектарынан 25 центнер һуғып алалар.

Көнбағыштан тыш, етен, соя, гәрсис, рапс уңышын йыйыу тамамланыуға бара. 

Башҡортостанда май һығып ала торған техник культуралар 355 мең гектар майҙанды биләгән, уның яртыһы сабып һәм һуғып алынған. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас