

– Туйҙың булмауы ла мөмкин ине... – тигән ул Инстаграмында, оҙаҡ тынлыҡтан һуң: – Беҙҙең ғаилә булмағанда!
Ошондай үҙенсәлекле ысул менән ул үҙенең яҡындарына, әсәһенә һәм Инзиләнең ата-әсәһенә, ауыр минуттарҙа бергә булғандары, туй үткәрергә ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәтен еткерә.
– Беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙгә йылы мөнәсәбәттәре, иғтибарҙары һәм беҙҙе ғүмер буйы хәстәрләүҙәре өсөн ҙур рәхмәт! Беҙ һеҙҙе яратабыҙ! – тип яҙа йырсы.
Фото: Т. Аманов