БР Хөкүмәте вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә, дәүләт ярҙамы иү тәү сиратта "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы" программаһы буйынса буласаҡ. "Агростартап" программаһына 63,7 миллион һум аҡса һалыу күҙаллана. Ауыл хужалығы кооперативтарына субсидиялар суммаһы 225,9 миллион һумға етә, ә Компетенциялар үҙәгенә - өс миллион һум.
"Агропрогресс", "Ғаилә фермаһы" кеүек грант программалары ла эшләүен дауам итәсәк. Яңыһы ла бар - "Агротуризм". Тәүге йылда уға биш миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Һуңынан ярҙам суммаһы 25 миллион һумға (ике йылда) тиклем күтәреләсәк.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.