

Билдәле булыуынса, быйыл БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы һаулыҡ һаҡлау системаһының беренсел звеноһын модернизациялау программаһын тормошҡа ашыра башланы.
Амбулатория-поликлиникаларҙың ресурс базаһын нығытыу өсөн 2021 – 2025 йылдарҙа яңы биналар төҙөү һәм булғандарын төҙөкләндереү һәм реконструкциялау планлаштырыла.
БР һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, программа буйынса республикала бөтәһе 490 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы төҙөү күҙаллана. Шул иҫәптән 10 поликлиника, өс участка дауаханаһы, 21 дөйөм практика табиы офисы, 42 амбулатория, ике үҙәк район дауаханаһы һәм 412 акушер-фельдшер пункты. Бынан тыш, Ҡырмыҫҡалыла һәм Баҡалыла ике поликлиниканы реконстуркциялау күҙаллана. Быйыл уҡ республика райондарында ике поликлиника, ике ауыл амбулаторияһы һәм 8 ФАП төҙөп сафҡа индереү һәм 73 модулле ФАП ҡуйыу ҡаралған.
Тиҙҙән Хәйбулла, Баймаҡ, Ишембай, Ғафури, Саҡмағош, Өфө, Ҡариҙел, Борай, Яңауыл, Ҡалтасы райондарында модулле ҡоролмаларҙы монтажлау эше башлана. Шулай уҡ Асҡын, Ейәнсура, Стәрлебаш, Тәтешле һәм Ауырғазы райондарында һигеҙ ФАП һәм Туймазы менән Илеш райондарында ауыл амбулаторияһы төҙөү планлаштырыла.
Фото:Т.Аманов.