Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Сентябрь 2021, 04:24

Университет "Приоритет - 2030" проекты буйынса үҫеш программаһын тәҡдим итте

Башҡорт дәүләт медицина университеты донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге буйынса ике стратегик проектты ғәмәлгә ашыра.

Университет "Приоритет - 2030" проекты буйынса үҫеш программаһын тәҡдим иттеУниверситет "Приоритет - 2030" проекты буйынса үҫеш программаһын тәҡдим итте
Университет "Приоритет - 2030" проекты буйынса үҫеш программаһын тәҡдим итте
Ошо көндәрҙә яңы программа тәҡдим ителде. Уның буйынса доклад әҙерләүселәр араһында БДМУ ректоры Валентин Павлов, проректор Александр Самородов, "Сколтех"тың проектлау, етештереү технологиялары һәм материалдар буйынса үҙәге директоры Искәндәр Әхәтов, «БЕБИГ» компанияһының генераль директоры Кирилл Майоров. БР Хөкүмәте вәкиле булараҡ вице-премьер - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин да бар.
Уҡыу йорто ректоры белдереүенсә, төп маҡсат - университеттың инновация моделенә күсеүе. Һүҙ "Университет Life Science 4.0" тураһында.
 
"Приоритет - 2030" проектында ҡатнашыуҙың ҙур өҫтөнлөктәре бар. Бында юғары квалификациялы медицина кадрҙарын әҙерләү ҙә мөһим булып тора.
"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының маҡсаттарына өлгәшеүгә әлеге проект бурыстары булышлыҡ итәсәк.
 
Фото: vk.com
Университет "Приоритет - 2030" проекты буйынса үҫеш программаһын тәҡдим итте
Университет "Приоритет - 2030" проекты буйынса үҫеш программаһын тәҡдим итте
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас