Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Сентябрь 2021, 11:30

“Үлемһеҙ полк”ка дошмандың фотоһын ҡуйырға уйлаған

Башҡортостанда йәшәүсе егеткә был шаяртыуы өсөн енәйәт эше асылған.

“Үлемһеҙ полк”ка дошмандың фотоһын ҡуйырға уйлаған“Үлемһеҙ полк”ка дошмандың фотоһын ҡуйырға уйлаған
“Үлемһеҙ полк”ка дошмандың фотоһын ҡуйырға уйлаған

Туймазыла йәшәүсе 18 йәшлек Румиль Маликов Еңеү көнө алдынан “Үлемһеҙ полк” сайтына Пауль Людвиг Эвальд фон Клейстың – немец хәрби начальнигының фотоһын ҡуйырға уйлаған. Фоторәсем Икенсе донъя һуғышы геройҙары араһына ҡуйылырға тейеш булған, тик ул тикшереү үтмәгән.

Егеткә  “Нацизмды аҡлау” статьяһы буйынса эш асылған. Румилгә өс йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҙә янай.  

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас