

Һүҙ ҡара дөгө бутҡаһы тураһында.
Борон Ҡытайҙа ҡара дөгөнө императорҙар ғына ашаған. Ябай халыҡҡа хатта үҫтереү ҙә тыйылған.
Хәҙер иһә был ярма беҙҙең магазиндарҙа ла күренә, буғай.
Тикшеренеүҙәр шуны күрһәткән: ҡара дөгө йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ыңғай тәьҫир итә, ишемия сиренән һаҡлай.
Был дөгөләге антоциан матдәһе яман шеш кеүек ҡурҡыныс сирҙәр хәүефен кәметә.
Бауыр менән бөйөргә лә файҙалы. Ғалимдар әйтеүенсә, ҡара дөгө үҙенең составындағы антиоксиданттар һәм ялҡынһыныуға ҡаршы матдәләре менән был ағзаларҙы боҙолоуҙан, ҡаҡшауҙан һаҡлай.
Магазиндарҙа ҡара дөгө күрһәгеҙ, мотлаҡ алығыҙ. Тик шигегеҙ булһа, ҡулланырҙан алда табип менән кәңәшләшегеҙ.
Фото: pixabay.ru