

Автомобилһеҙ көн, иң тәү сиратта, һауа таҙалығын уйлап булдырылған. Беренсе шундай сара Англияла 1997 йылда үткән. Тора-бара әкренләп башҡа дәүләттәр ҙә ҡушылған.
Баҡһаң, Францияла ошо көндә Париж уртаһы ябыла ла, кешегә велосипедта ғына йөрөргә тәҡдим ителә икән.
Белоруссияла машинаһын өйҙә ҡалдырғандарға бүләк бирәләр.
Рәсәйҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә 2008 йылда йәмәғәт транспортына билет хаҡын кәметеп ҡарағандар, тик машиналылар был сараны ҡабул итмәгән.
Ҡыҙыҡлы факттар:
Миллионерҙарҙың 80 проценты тотонолған машина алырға ярата, имеш.
1960 йылда донъяла иң оҙон автомобиль тығыны теркәлә: Париж-Лондон араһында автотрасса 200 саҡрымға һуҙылып “ултыра”.
Советтар Союзында “Победа” ГАЗ М-20 машинаһы тәүҙә “Родина” тип аталырға тейеш булған. Уны И. Сталинға күрһәткәндә, юлбашсы былай тип һорау биргән: ”По какой цене Родина продаваться будет?” Шунан һуң атамаһын тиҙ генә үҙгәрткәндәр.
Бөйөк Британияла “права”һыҙ машина йөрөтә алған бер генә кеше бар – королева Елизавета II.
Автомобилдең иң тәүге ҡорбаны Нью-Йоркта йәшәгән. Йәғни, тап ошо ҡалала 1899 йылда бер автомобиль йәйәүлене тапап үлтергән.
Шунан, йәмәғәт, автомобилһеҙ бер көнгә ҡушылаһығыҙмы? Юҡтыр. Кем рәхәткә өйрәнгән, ниңә экологияны уйлап ҡына, ҡыҫынҡы йәмәғәт тарнспортына ултырһын, ти.
Фото: vk.com