

Башҡортостанда быйыл тыуған сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле исемдәр иғлан ителде. Малайҙар араһында иң популярҙары — Гордей, Амур, Алихан, Зафар, Клим, Демид, Леван, Леон, Радель. Ҡыҙҙарға Афина, Ранелия, Астра, Теона, Микелла, Иветта тигән үҙенсәлекле исемдәр бирелгән, тип хәбәр итәләр Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан.
2021 йылдың тәүге өс айында 9,8 мең бала тыуған, тип белдерә статистиктар. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, республикала был ваҡытта айырыуса беренсе һәм икенсе балалар тыуған – 3,2 һәм 3,5 меңдән ашыу.