Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Сентябрь 2021, 10:58

Уҡытыусыларҙың күбеһе вакцина эшләткән

Башҡортостанда уҡытыусыларҙың 84 проценты коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән.

Уҡытыусыларҙың күбеһе вакцина эшләткәнУҡытыусыларҙың күбеһе вакцина эшләткән
Уҡытыусыларҙың күбеһе вакцина эшләткән

   Республиканың уҡыу йорттарында коронавирусҡа бәйле хәл тураһында оператив штабтың ултырышында мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне. 

«Дөйөм алғанда республика буйынса уҡытыусыларҙың 84 проценты ковидтан прививка эшләтте.  Шул уҡ ваҡытта  ҡайһы бер муниципалитеттарҙа  күрһәткестәр 50 процент менән 100 процент араһында ҡала.   Шунлыҡтан  уҡытыусыларҙың тулыһынса һаҡланыуы тураһында һөйләргә иртәрәк.  Уҡыусылар араһында ОРВИ менән ауырыусыларҙың күбәйеүе һағайта», – тип билдәләне министр.

Оператив штабтың йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыу йорттарында профилактика сараларын көсәйтергә ҡушты.  Бынан тыш, мәҙәни сараларҙа, ябыҡ бинала үткәрелгән спорт ярыштарында, шулай уҡ йәмәғәт транспортында  социаль дистанцияны һаҡлау һәм  санитар нормаларҙы  тотоуҙы контролдә тотоу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас